0%

Йәмле өй(шиғыр). Һәҙиә Әфтәхова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәмле өй ( шиғыр )
автор Һәҙиә Әфтәхова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Йәмле өй


 
Уянғас та, оҙаҡ ятмай,
Шым ғына үҙем торҙом,
Торғас инде урынымды
Матурлап йыйыштырҙым.
Тын ғына килеп шыбырлап,
Сәңгелдәкте бәүетәм.
Унда әле ҡурсаҡтарым
Рәхәтләнеп бәү итә.
Ниңә әле минең янда
Мыр-мыр килә Мыяубай?
Асыҡҡан сағында ғына
Мыяубай шул мыраулай.
Һөт һалғайным, эсеп бөттө,
Тамсыһы ла ҡалманы.
Эсеп бөткәс, сеүәтәһен
Ялтыратып яланы.
Мин дә һауыт-һабаларҙы
Ашыҡмай йыуып ҡуйҙым,
Иҙәнгә төшкән сүптәрҙе
һепереп йыйып ҡуйҙым.
Тағы ниндәй эшем ҡалды?..
Һыу һибәйем гөлдәргә.
Һәй, берәүһе сәскә атҡан
Хатта һалҡын көндәрҙә!
Әле ишек тотҡаларын
Торғанда һөртөп кенә,
Атайым да ҡайтып инде
Эшенән көлөп кенә:
— Ай-һай, — тине, — бүлмәләргә
Киткән төҫлө нур тулып!,.
— Мин бит бөгөн өйөбөҙҙә
Уйнаным... әсәй булып.

 


2006 йыл